Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

1500 кеше бушлай һөнәри белем алғандан һуң эш тапҡан

1500-ҙән ашыу кеше «Демография» милли проектының (национальный проект «Демография») «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә һөнәри белем биреү һәм ҡайтанан әҙерләү программалары буйынса уҡып сыҡҡан һәм эш тапҡан. Тағы 1432 кеше яңы күнекмәләр алыуын йәки квалификацияһын күтәреүен дауам итә. 2024 йылдың ғинуарынан республиканың мәшғүллек үҙәктәре ошондай уҡыу үтергә теләүселәрҙең өс меңдән ашыу ғаризаһын хуплаған, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. «Ҡатнашыусыларҙың өҫтөнлөктәренә ҡарап, уҡыуҙың төрлө форматтарҙа – ҡатнаш, көндөҙгө йәки дистанцион рәүештә үтеүе мөмкин. Белем биреү программалары исемлеге даими яңыртыла һәм төбәк хеҙмәт баҙары талаптарына яраҡлаша. Йыл аҙағына тиклем программала ҡатнашыусыларҙың 20 йүнәлеш буйынса бушлай уҡыу мөмкинлеге бар», - тип билдәләне республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова. Уҡыуға ғаризаны «Рәсәй эше» порталында бирергә мөмкин. Уны ете көн дауамында ҡараясаҡтар. Уҡытыу операторҙары - Профессиональ белем биреүҙе үҫтереү институты, Томск дәүләт университеты һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы. Милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.