Быйыл 16 ноябрҙә Өфө самбоның тыуған көнөн үткәреү урынына әйләнәсәк. Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путин Самбо көнөн үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Быйыл апрелдә ”Рәсәй” авиакомпанияһы “Өфө суперджеты” өсөн Бөтә Рәсәй Самбо федерацияһы менән берлектә булдырылған махсус ливрея менән таныштырғайны. Бөгөн ошо самолет Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге аэропортына килде. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы башҡорт ҡурайы моңо аҫтында башҡорт милли кейемендге ҡыҙҙар сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршыланы. Баш ҡалабыҙға “Рәсәй авиакомпанияһының Өфөгә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә Рәсәй Самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев, Орел өлкәһенең Самбо федерацияһы президенты Анатолий Якунин һәм билдәле спортсылар килде. – Башҡортостандың баш ҡалаһына килеүебеҙгә шатбыҙ. Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы. “Самбо тип әйтәбеҙ – Рәсәйҙе ишетәбеҙ” тигән илһөйәрлек слоганы булған бик шәп самолетта килдек, - тине Сергей Елисеев. – “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән берлектә федераль проектты тап бында башлап е