Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәрендә “Пакер” ғилми-етештереү фирмаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятие пакер-якорь ҡорамалдары һәм скважина компоновкалары етештерә. Компания директоры Марат Нағуманов билдәләүенсә, “Пакер” 1992 йылдан эшләй һәм илдең тиҙ үҫеүсе эре, юғары технологиялы 30 предприятиеһы исемлегенә инә. – Беҙ скважина эсендәге ер аҫты ҡорамалын хеҙмәтләндереү, эшләү, етештереү һәм тәьмин итеү менән Рәсәйҙең һәм яҡын сит илдәрҙең бөтә предприятиелары өсөн эшләйбеҙ,– ти Марат Нағуманов. – Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә сервис үҙәктәре һәм вәкиллектәр бар. “Пакер” шулай уҡ метрологик тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. Башҡортостан Башлығы предприятие цехтарында булды һәм етәкселек менән етештереүҙе үҫтереү перспективалары тураһында фекер алышты. Республика етәксеһе шулай уҡ медицина блогын ҡараны һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына компанияны “ПроМед” системаһына тоташтырыу мөмкинлеген өйрәнеүҙе ҡушты. Башҡортостан Башлығы журналистар менә
“Пакер” компанияһы – юғары технологиялы предприятиелар исемлегендә
15 ноября 202415 ноя 2024
1 мин