Бәхетле йәшәү өсөн түбәндәгеләрҙе хәтерҙән сығармағыҙ: *Көймә! Бөгөн хәл иткеһеҙ булып күренгән проблема ла барыбер үтә. Ә артыҡ көйәләнеү һаулыҡты ҡаҡшата. *Бер мәртәбә булһа ла үҙегеҙгә насарлыҡ эшләгән кешене яҡын килтермәгеҙ. Ғәфү итегеҙ, әммә тормошоғоҙға башҡа индермәгеҙ. *Һеҙгә кемделер яманлап һөйләгән, ғәйбәт ташыған кешенән һаҡ булығыҙ. Ундай кешеләр бөтәһе хаҡында ла, шул иҫәптән һеҙҙең хаҡта ла, тик яман уйҙа була. *Уңыштарығыҙ һәм маҡсаттарығыҙ хаҡында бер кемгә һөйләмәгеҙ. Көнләшеүселәр, аяҡ салыусылар һәр саҡ янығыҙҙа булыуын онотмағыҙ. *Аҙ һөйләп, күпте тыңлауҙы ғәҙәткә индерегеҙ. *Бер ҡасан да аҡланмағыҙ. *Яңғыҙ ҡалып, уй-фекерҙәрҙе тәртипкә килтерегеҙ. Күберәк саф һауала йөрөгөҙ. *Хәйерҙе ысынлап мохтаж кешеләргә һәм балаларға бирегеҙ. Улар ысын күңелдән рәхмәт әйтә. *Бер ҡасан да үҙегеҙҙе йәлләтергә тырышмағыҙ. Был - гел бахыр булыуға тура юл. *Көнөгөҙҙө көҙгөгә ҡарап “МИН БӘХЕТЛЕ” тиеүҙән башлағыҙ. Cығанаҡ: социаль селтәр. Фото: Нәсих Хәлисов.