Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңы производствоға өмөт ҙур

15 ноябрҙә Туймазы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “РиаПласт” предприятиеһының производство майҙансығын ҡараны. Бында яңы тегеү цехын эшләтеп ебәрҙеләр, уның эшенә стартты төбәк етәксеһе “Легпром-2024” форум-күргәҙмәһе сиктәрендә старт бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда “РиаПласт” компанияһының яңы цехын төҙөү буйынса проект “Сәнәғәт сәғәте”ндә ҡаралды. Дәүләт ярҙамы саралары сифатында предприятиеға ташламалы шарттарҙа ер участкаһы бирелде. “РиаПласт” компанияһы бөртөклө материалдар һәм аҙыҡ продукцияһы өсөн ҡумталар етештереүгә махсуслашҡан. Продукция ассортименты – аҙыҡ һәм төҙөлөш материалдарын һаҡлау өсөн йомшаҡ контейнерҙар. Бындай ҡумталар Рәсәйҙә һәм сит илдә һорау менән ҡулланыла. Ул Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстанға экспортлана. Башҡортостан Башлығы производство участкаларын , продукция өлгөләрен ҡараны, белгестәрҙең хеҙмәт шарттары менән танышты. “РиаПласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Ринат Шәйҙуллин предприятиеның арт

15 ноябрҙә Туймазы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “РиаПласт” предприятиеһының производство майҙансығын ҡараны. Бында яңы тегеү цехын эшләтеп ебәрҙеләр, уның эшенә стартты төбәк етәксеһе “Легпром-2024” форум-күргәҙмәһе сиктәрендә старт бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда “РиаПласт” компанияһының яңы цехын төҙөү буйынса проект “Сәнәғәт сәғәте”ндә ҡаралды. Дәүләт ярҙамы саралары сифатында предприятиеға ташламалы шарттарҙа ер участкаһы бирелде. “РиаПласт” компанияһы бөртөклө материалдар һәм аҙыҡ продукцияһы өсөн ҡумталар етештереүгә махсуслашҡан. Продукция ассортименты – аҙыҡ һәм төҙөлөш материалдарын һаҡлау өсөн йомшаҡ контейнерҙар. Бындай ҡумталар Рәсәйҙә һәм сит илдә һорау менән ҡулланыла. Ул Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстанға экспортлана. Башҡортостан Башлығы производство участкаларын , продукция өлгөләрен ҡараны, белгестәрҙең хеҙмәт шарттары менән танышты. “РиаПласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Ринат Шәйҙуллин предприятиеның артабанғы үҫеш перспективаһы тураһында һөйләне. Төбәк етәксеһе производствоны ойоштороу эшен юғары баһаланы. - Республика инвесторҙарға ер участкаһы бүлде. Унда күркәм предприятие барлыҡҡа килде. Бында хеҙмәткәрҙәргә ҙур хөрмәт менән ҡарайҙар, уңайлы эш шарттарын булдырғандар. Хатта туҡланыу бүлмәһен дә ресторан һымаҡ итеп эшләгәндәр, – тине Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәләшкәндә. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә был предприятие тураһындағы яҙмаһы менән уртаҡлашты. -“РиаПласт” компанияһы - дәүләттең бизнесҡа үҫешергә ярҙамының яҡшы өлгөһө.Күптән түгел Өфөлә уҙғарылған еңел сәнәғәт форумында был предпиятиела яңы производство участкаһын эшләтеп ебәрҙек. Бөгөн уның нисек эшләүен күрергә керҙем. Хеҙмәткәрҙәргә хөрмәт булған ерҙә эш тә яҡшы барасаҡ, тип һәр ваҡыт әйтәм. Кдрҙар дефициты буған шарттарҙа был бик мөһим. Беҙҙең предпритиятие етәкселәре быға нығыраҡ иғтибар бирә бара, - тиелгән унда. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.