Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башкортостан 24

Өфө - Рәсәй еңел сәнәғәте үҙәге була ала

▶️ “Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24. “Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының кесаҙна сығарылышы Өфө өсөн мөһим мәсьәлә – еңел сәнәғәт тармағын үҫтереүгә арналды. Һуңғы ваҡытта был йүнәлеш айырым иғтибарҙа. Миҫал өсөн, тәүге тапҡыр колледж һәм техникумдарҙа тегеүселәр, бесеүселәр, конструктор-модельерҙар әҙерләү бүлектәре асылды. Эшҡыуар Зөлфирә Ғәзизова әйтеүенсә, хәҙер еңел сәнәғәт тармағын үҫтереүгә мөмкинлектәр бар. Иң мөһиме, базалар булдырыу. Хәл ителмәгән йәнә бер бурыс — хеҙмәткәрҙәрҙең аҙлығы. Кейем-һалым тегеү ауыр түгел, ти тапшырыу ҡунағы. Иң ауыры – юғалтҡан тәжрибәне тергеҙеү. Зөлфирә Ғәзизова шулай уҡ Рәсәй оборона министрлығы менән хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләне. Өфөләге фабрика, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ил армияһы өсөн кейем тегә. Быға тиклем ошондай махсус формалар башҡа дәүләттәрҙә етештерелеп, беҙҙең илгә һатылған бу
Оглавление

▶️

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.

   Өфө - Рәсәй еңел сәнәғәте үҙәге була ала
Өфө - Рәсәй еңел сәнәғәте үҙәге була ала

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының кесаҙна сығарылышы Өфө өсөн мөһим мәсьәлә – еңел сәнәғәт тармағын үҫтереүгә арналды. Һуңғы ваҡытта был йүнәлеш айырым иғтибарҙа. Миҫал өсөн, тәүге тапҡыр колледж һәм техникумдарҙа тегеүселәр, бесеүселәр, конструктор-модельерҙар әҙерләү бүлектәре асылды. Эшҡыуар Зөлфирә Ғәзизова әйтеүенсә, хәҙер еңел сәнәғәт тармағын үҫтереүгә мөмкинлектәр бар. Иң мөһиме, базалар булдырыу. Хәл ителмәгән йәнә бер бурыс — хеҙмәткәрҙәрҙең аҙлығы. Кейем-һалым тегеү ауыр түгел, ти тапшырыу ҡунағы. Иң ауыры – юғалтҡан тәжрибәне тергеҙеү. Зөлфирә Ғәзизова шулай уҡ Рәсәй оборона министрлығы менән хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләне. Өфөләге фабрика, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ил армияһы өсөн кейем тегә. Быға тиклем ошондай махсус формалар башҡа дәүләттәрҙә етештерелеп, беҙҙең илгә һатылған булған.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.

▶️ Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене и поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».

--------------------------

▶️ Прямой эфир Башкортостан 24

-2