“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә Халыҡ-ара әсә көнөнә арналған конкурста ҡатнашҡан Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән күп балалы әсә Лира Рәсүл ҡыҙы Мәмбәтова, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, алты балаһын үҙе аяҡҡа баҫтырырға, уларҙы тормош ауырлыҡтарынан ҡурсып, матур йәшәргә тырыша. Ейәнсура ҡыҙы бәрәкәтле Хәйбулла еренә килен булып төшкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй шул: биш йыл элек ире яҡты донъя менән хушлашҡан. Күп балалы әсәнең төп ҡыуаныс-шатлығы - ғәзиз ҡыҙҙары һәм улдары. Улар иһә донъялағы иң яҡын, матур кешеләренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыша: яҡшы уҡый, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Лира Рәсүл ҡыҙы үҙе лә сәнғәткә ғашиҡ кеше, бейей, әүҙем, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Әсәнең иң ҙур улы Ильяс - ныҡлы терәк-таянысы. Ҡыҙы Илүзә лә һәр йәһәттән ярҙамсы. Икеһе лә әүҙем, төрлө сараларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашалар. Илһам иһә компьютер, робот техникаһы менән ҡыҙыҡһына. Унан ҡала Исламға – 11 йәш, яҡшы уҡырға тырыша. Биш