Асия Нафиҡова менән Ратмир Бәҙретдинов Талантлы, әһәмиәтле образдары менән театр тарихында лайыҡлы урын алған сәхнә оҫталарының исеме, үҙҙәре баҡыйлыҡҡа күскәс тә, тамашасының теленән төшмәй. Асия Закуан ҡыҙы Нафиҡова ана шундай һоҡланғыс, һәләтле ижадсы булды. Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асия Закуан ҡыҙы Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә кәүҙәләндергән йөҙҙән ашыу образ – оло йөрәкле, киң күңелле, наҙлы әсәләр ҙә, шаян, күңелсәк еңгәләр ҙә, уңған килендәр ҙә, тормош мәғәнәһен тик үҙ мәнфәғәтендә күргән, рухи яҡтан зәғиф, эскерле ҡатын-ҡыҙҙар ҙа – барыһы ла тамашасы хәтерендә. Драмала ла, комедияла ла берҙәй уңышлы уйнап, хатта эпизодик ролдәрҙе лә иҫтә ҡалырлыҡ итеп башҡарған, эҙләнгән, тынғыһыҙ артист булараҡ ул башҡорт милли драматургияһы әҫәрҙәрендә, шулай уҡ урыҫ, сит ил классикаһында ла йөҙөп уйнаны. Үҙенең ғәжәйеп тормошсан, тәбиғи образдары менән тамашасының ихтирамын, мөхәббәтен яуланы. Шишмә районы күп кенә мәшһүр сәнғәт оҫталары — атаҡлы й