“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһына ярашлы, Малаяҙ үҙәк район дауаханаһына эш урындарын йыһазландырыу өсөн өс компьютер алынды. Автоматлаштырылған эш урындары медицина хеҙмәткәрҙәренә пациенттарҙы ҡабул итеүгә яҙыу, электрон карталарын лып барыу, льготалы рецептар, йүнәлтмәләр биреү мөмкинлеген бирә. –Яңы автоматлаштырылған эш урындары иҫке компьютерҙарҙы алмаштырасаҡ. Улар йыйнаҡ, республика медицина мәғлүмәт системаһының эш талаптарына яуап бирә, – тине дауахананың баш табибы Рудольф Фәхретдинов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә