Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Таҡтағолдарҙы һөйөндөрҙөләр

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Баҡалы районының Таҡтағол ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы медицина пункты заман талаптарына һәм стандарттарына ярашлы урынлаштырылған. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персонал өсөн уңайлы эш шарттары тыуҙырыу өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән пациенттар өсөн пандус та ҡуйылған. Яңы медицина пунктының эш башлауын ауылдаштар түҙемһеҙлек менән көтә. Пациенттарҙы тәжрибәле фельдшер Гөлнара Камалетдинова ҡабул итәсәк. Бында Таҡтағол һәм Ҡандалаҡбаш ауылдары халҡы хеҙмәтләндереләсәк. –Яңы ФАП та эш башлаясағыма бик һөйөнәм.Бында пациенттар өсөн ҙур уңайлыҡтар тыуҙырылған, бөтә санитария-гигиена талаптары күҙәтелә, – ти Гөлнара Камалетдинова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыр

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Баҡалы районының Таҡтағол ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы медицина пункты заман талаптарына һәм стандарттарына ярашлы урынлаштырылған. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персонал өсөн уңайлы эш шарттары тыуҙырыу өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән пациенттар өсөн пандус та ҡуйылған. Яңы медицина пунктының эш башлауын ауылдаштар түҙемһеҙлек менән көтә. Пациенттарҙы тәжрибәле фельдшер Гөлнара Камалетдинова ҡабул итәсәк. Бында Таҡтағол һәм Ҡандалаҡбаш ауылдары халҡы хеҙмәтләндереләсәк. –Яңы ФАП та эш башлаясағыма бик һөйөнәм.Бында пациенттар өсөн ҙур уңайлыҡтар тыуҙырылған, бөтә санитария-гигиена талаптары күҙәтелә, – ти Гөлнара Камалетдинова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото:https://vk.com/wall-172931669_49884