Хәрби өйрәнеүҙәр ваҡытында «Кейек ҡаҙ юлдары» йырын башҡарып, барыһын да таң ҡалдырған Артур Хәсәновтың һуңғы ваҡытта хәбәрҙәр юҡ ине. Күптәр борсолоп та һораған инеләр. Артур өсөн борсолоусыларҙы тынысландырырға ашығабыҙ: ул иҫән-һау, әле хәрби операцияла. Яңыраҡ яугир йырсы Ришат Төхвәтуллин менән бәйләнешкә ингән һәм аралашҡан. Артур Ришат Төхвәтуллинға шаяртып ҡына: "Һинең төркөмөңдә берәй урын юҡмы?"- тип һораған. "Табырбыҙ! Иң мөһиме - иҫән-һау ҡайт!" - тигән йырсы. Тимәк, Артур Хәсәнов махсус хәрби операциянан ҡайтҡас, Ришат Төхвәтуллиндың төркөмөндә эшләргә йыйына. Тиҙерәк һуғыш бөтөп, күптәр яратып өлгөргән Артур Хәсәновтың йырҙарын ҙур сәхнәләрҙә ишетергә яҙһын! Фото һәм сығанаҡ: "Интертат".
«Кейек ҡаҙ юлдары» йырын башҡарған Артур Хәсәновтың ниндәй пландары бар?
14 ноября 202414 ноя 2024
~1 мин