2024 йылда Октябрьский ҡалаһының “Йондоҙло” паркында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса эштәр тамамланды. Шашин һәм Закиров урамдары араһындағы биләмәне төҙөкләндереү эштәре 2021 йылда башланды. Бында уның алдында ҙур майҙансыҡ менән сәхнә, яҡтыртҡыслы фонтан, балалар һәм спорт ҡаласыҡтары урынлаштырылған. Шулай уҡ ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртылды. Йәмәғәт киңлеге “Йондоҙло” паркы тип атала. 2022 йылда паркта скейт-парк һәм тыныс ял итеү өсөн урындар барлыҡҡа килгән. Былтыр йәйәүлеләр һәм ял итеү зоналары, урамдарҙы яҡтыртыу, парклеттар, эттәрҙе йөрөтөү өсөн майҙансыҡ, сәскәлектәр һәм яңы йәшел үҫентеләр, велосипед юлы өҫтәлгән. 2024 йылда, төҙөкләндереүҙең финал этабында, контрастлы йәшелләндереү зонаһы төҙөлгән, алдағы йылдарҙа ул, йыл миҙгеленә ҡарап, төрлө төҫтәр менән уйнаясаҡ, ял итеү һәм үләндә уйнау урындары өҫтәлгән. Йәйәүлеләр өсөн һалынған транзит юлдары, асылда, “Йондоҙло”ноң ике нөктәһен – Шашин һәм Закиров урам