Халҡыбыҙҙы берләштергән, уның төрлө яҡлап үҫешен хәстәрләгән ҙур йәмәғәт ойошмаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тиҙҙән, 12 – 14 декабрҙә, алтынсы съезын үткәрәсәк. Әһәмиәтле ҡор алдынан ул төрлө саралар уҙғара, республикабыҙҙың райондарына, ҡалаларына сәфәрҙәр ҙә ойошторолдо, дөйөм эшкә, ғәҙәттәгесә, төбәгебеҙҙән ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә йәлеп ителә. Бөгөн, 13 ноябрҙә, сираттағы ҙур йыйын – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башланғысы менән үткән Йәштәр йылына йомғаҡ яһау буйынса ҙур сара, шулай уҡ “Рух” башҡорт йыры фестиваленең финал концерты булды. Өфөнөң “Атайсал” мәҙәни үҙәгенә республиканың төрлө район һәм ҡала вәкилдәре йыйылды. Сара Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманың квиз уйынынан башланды. Алып барыусы тележурналист, Башҡортостан юлдаш телеканалы хеҙмәткәре, “Сәләм” тапшырыуы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Контроль-иҫәп комиссияһы ағзаһы Наил Юнысов булды. Алдан хәбәр ителә барыуынса, Йәштәр йылын