Бөгөн Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев 60 йәшен билдәләй. Уның исеме замандаштар өсөн яҡшы таныш. Шанлы 90-сы йылдарҙа “Взгляд” һәм “Прожектор перестройки” телевизион программалар өсөн әҙерләгән сағыу, ҡыйыу видеосюжеттарынан беләбеҙ. 1991 – 1992 йылдарҙа “Вести” тапшырыуы башлаусыларҙың береһе була. Хәрби хәбәрсе сифатында бөтәһе ете һуғышты алғы һыҙыҡтан яҡтырта. “Новости”, “Время” һәм ”Времена” тапшырыуҙары өсөн репортаждар әҙерләй. СССР һәм Рәсәй президенттары М. Горбачев, Б. Ельцин, В. Путин менән эксклюзив әңгәмәләр яҙҙыра. Улар араһында В.В. Путиндың Рәсәй Президенты вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәндән һуң тәүге әңгәмәһе лә бар. Күп йылдар “Кремль пулы” составында эшләй, ил һәм донъя буйлап Б.Н. Ельцин һәм В.В. Путинды оҙатып йөрөй, 64 командировкала була. Ғөмүмән, Владимир Соловьевтың ижади һәм етәксе вазифалар биләүгә бәйле исемлекте әллә күпме дауам итергә була. Бөгөн беҙҙең маҡсат икенсе – уның тыуған көнөн файҙаланып, уның Башҡортостанға ҡарашы тураһы