Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 11-17 ноябрҙә диабет менән көрәш аҙнаһын үткәрергә ҡарар итте. Шәкәр диабеты организмда шәкәр йәки глюкоза үҙләштерелмәүе менән бәйле барлыҡҡа килгән сир. Шуға күрә уның концентрацияһы ҡанда күп тапҡырға арта. Шәкәр диабеты – бик етди сир, башҡа ауырыуҙарҙың үҫешенә лә хәүеф тыуҙыра. Ҡанда глюкоза кимәлен дөрөҫ контролләмәү бөйөр, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системалары функцияларының боҙолоуына килтереүе ихтимал. Өфө ҡалаһындағы 50-се поликлиниканың бүлек мөдире Айгөл Арыҫланова әйтеүенсә, шәкәр һеҙ уйлап та ҡарамаған аҙыҡтарҙа булыуы ла мөмкин. – Хәҙерге заманда күптәр сәләмәт тормош менән йәшәргә, һаулығын хәстәрләргә тырыша. Шуға күрә аҙыҡтарҙағы йәшертен шәкәр борсолоу тыуҙыра ла инде. Күптәребеҙ яратып ашаған аҙыҡ-түлектә сәләмәтлек өсөн зарарлы өҫтәмәләр барлығын белмәй. Тәү ҡарашҡа ундай аҙыҡтар хәүефһеҙ һәм файҙалы кеүек тойола. Мәҫәлән, йогурттарҙа, коктейль йәки смузи кеүек эсемлектәрҙә йәшертен шәкәр байтаҡ. Консервалар, соус һәм тәмләткес