Туймазы районының Дуҫлыҡ ауылы мәктәбендә уҡыусылар өсөн дәрестәрҙе “Үҫеш нөктәһе” үҙәгендә үткәрәләр. Ул "Мәғариф" милли проектының ”Заманса мәктәп” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Биология уҡытыусыһы 6-сы класс уҡыусылары өсөн “Биологиянан ҡыҙыҡлы дәрес” әҙерләгән. Башта балалар “Заманса мәктәп” федераль проектын тормошҡа ашырыу һәм туған мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең эше тураһында презентация ҡараны. Һуңынан балаларҙы “Releon Lite” һанлы лабораторияһы менән таныштырҙылар. Уҡытыусы лабораторияның эш принциптары, дымлылыҡ, температура һәм яҡтылыҡ датчиктарының эше тураһында һөйләне. Дәрестең практик өлөшөндә алтынсы класс уҡыусылары уҡытыусыларҙың иғтибарлы етәкселеге аҫтында һанлы лаборатория датчиктарының эшен үҙаллы һынап ҡараны, шулай уҡ ph-датчик ярҙамында әселекте үлсәне. – Мине һәм класташтарымды дәресте ошондай уҙғарыу формаһы бик ҡыҙыҡһындырҙы. Теоретик белемде практика менән нығыта алыуыбыҙ бик шәп. “Үҫеш нөктәһе” үҙәге ярҙамында беҙҙә төрлө тикшеренеүҙәр һәм тәжрибәләр үткәреү мөмкинлеге бар, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты уҡыусы Глеб Хозиков. – Дәрестәрҙе заманса технологиялар ҡулланылып үткәреү һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә өлгәшелде, - тип билдәләне Дуҫлыҡ ауылы мәктәбенең биология уҡытыусыһы Ольга Фәхертдинова. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Туймазы районы хакимиәте.
Туймазы уҡыусылары “Үҫеш нөктәһе” үҙәгендәге дәрестәрҙә яңы технологияларҙы өйрә
13 ноября 202413 ноя 2024
1 мин