Чемпион тажын кейгән Лилиә Донъяға билдәле спортсы Лилиә Шаһыбалова-Шобухова Белорет тәбиғәтенән көс-ҡеүәт ала
Белорет ҡалаһынан Тирлән ҡасабаһына тиклем һуҙылған юлдан йөрөүселәр йыш ҡына ҡыҙыҡ хәлгә тарый. Яңыраҡ танышым да шундай ғәжәп күренешкә тап булған.
— Ҡаланы сығып, егерме саҡрым самаһы үткәс, юл ситенән йүгереп барыусы йәш кенә ҡатынды күреп ҡалдым, — ти ул. — Иғтибар итмәҫлек түгел ине шул: был хәтлем алыҫ араға сығыусы спортсыны йыш күрмәҫһең. Абайлабыраҡ ҡараһаммы... — Ошо урында әңгәмәсем, түҙемлегемде һынап, тынып ҡалды. — Баҡтиһәң, ул еңел атлетика буйынса донъя чемпионы Лилиә Шобухова булып сыҡты...
— Кит, юҡты һөйләйһең, яңылышҡанһыңдыр. Шобухова кеүек спортсы унда йөрөмәҫ...
— Билләһи, машинамды туҡтатып иҫәнләштем. Хатта автограф та бирҙе...
Рәсәйҙең спорт мастеры Лилиә Шобухова — республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең дә ғорурлығы! Шулай булмай ни, Чикагола уҙғарылған абруйлы марафондарҙа өс йыл рәттән еңеү — әле тарихта булмаған хәл! Тотош донъяны таң ҡалдырған Б