Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында яңы күп функциялы мәҙәниәт йорто төҙөлә. Объект “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырыла. Ауыл халҡына мәҙәниәт йортон 2021 йылда уҡ төҙөргә вәғәҙә иттеләр. Ул ваҡытҡа урындағы клуб биш йыл эшләмәгән. Эштәр быйыл йәй башланды. 2024 йылдың аҙағына тиклем белгестәр бинаға нигеҙ һалырға, стеналар күтәрергә, ҡыйыҡ һалырға һәм инженер коммуникациялары үткәрергә ниәтләй. Эштәрҙең ҡалған өлөшөн 2025 йылға башҡарыу күҙаллана. Майҙаны 897 квадрат метрлыҡ бер ҡатлы бинала 150 урынлыҡ тамаша залы, хореография залы, китапхана, драма түңәрәге һәм дауалау физкультураһы, аэробика менән шөғөлләнеү өсөн бүлмәләр буласаҡ. Объекттың хаҡы 126,15 миллион һум тәшкил итә. Яңы Мөслимдә мәҙәниәт йорто төҙөлөшөн 2025 йылдың сентябренә тамамлау күҙаллана. Ә бына Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылы халҡы район үҙәгендә яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөүен көтә. Хәҙер балалар иҫке спорт мәктәбе бинаһында шөғөлләнергә мәжбүр, унда, йомшаҡ итеп әйткәндә, ҡыҫы
Мәсетле районында милли проект буйынса мәҙәниәт йорто төҙөлә
13 ноября 202413 ноя 2024
1 мин