Быйыл ғинуарҙан октябрь айына тиклемге осорҙа өс медицина ойошмаһы медицина оптикаһы буйынса эшмәкәрлек өсөн лицензия алды. Уларҙың икәүһе Өфөлә, өсөнсөһө –Стәрлетамаҡ ҡалаһында. – Әлеге ваҡытта эшмәкәрлектең был төрө буйынса Берҙәм лицензиялар реестрында 19 медицина ойошмаһы теркәлгән. Икәүһе дәүләт милке формаһында, 17-һе – шәхси ҡулдарҙа, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Уның аңлатыуынса, мәғлүмәт технологияларын әүҙем ҡулланыу менән бәйле, халыҡтың күҙҙәре сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде. Медицина оптикаһы күреү үткерлеген, бинокуляр күреүсәнлекте тикшерә, астигматизмды асыҡлай. Диагностиканан тыш, медоптик кисектергеһеҙ медицина ярҙамын күрһәтә, күреү коррекцияһы сараларын һайлай, кәңәш-тәҡдимдәре менән уртаҡлаша. Хәҙерге ваҡытта эшҡыуарҙарға лицензиялар алыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған.Тәүге тапҡыр лицензияны рәсмиләштереү өсөн 15 көн етә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарын