Мәктәп ашханаларыбыҙ ил кимәлендәге конкурстарҙа ла алдынғылыҡты яулай. Был иһә балалар өсөн туҡланыу кимәленең яҡшы ойошторолоуы тураһында һөйләй. Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала яҙмаһы менән уртаҡлашты. - Мәктәптәге туҡланыу бик мөһим. Айырыуса балалар уҡыу йортонда көн дауамында булһа, сөнки уҡыуҙан тыш уларҙың түңәрәктәре, факультативтары бар. Көнө буйы бутербродта йөрөп булмай. Шуға ла Башҡортостанда был һорауға талаптар юғары. Дүртенсе йыл рәттән республикабыҙ мәктәптәре сифатлы һәм хәүефһеҙ мәктәп туҡланыуы ойоштороу өсөн һөҙөмтәле шарттар тыуҙырылыуын дәлилләй. Бөгөн Саранск ҡалаһында “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2024” 4-се Бөтә Рәсәй конкурсының еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында Благовар районының Языково ауылы ашханаһы Рәсәйҙең ауыл мәктәптәре араһында 2-се урын яуланы. Ул федераль этаптың һынауҙарына бирешмәне, Рәсәйҙең 74 төбәгенән 109 иң яҡшы команданы үтеп китте. Был мәктәпте туҡландыры