Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҙур сәнәғәт форумы асылды

12 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй сәнәғәт форумын асыу тантанаһында ҡатнашты. Сара “ЭКСПО” күргәҙмә комплексы майҙансығында бара. Форумда машиналар эшләү тармағының әйҙәүсе эксперттары, ҙур сәнәғәт илдәре ҡатнаша. Рәсәйҙең 20 төбәгенән 100-ҙән ашыу компания үҙҙәренең эштәрен күрһәтә. Был сарала Белоруссиянан һәм Ҡытайҙан да ҡунаҡтар бар. Башҡортостан Башлығы ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, илдең технологик суверенитетын тәьмин итеү мөһимлеген атаны. -Рәсәйҙең яңы төбәктәренән бында сәнәғәт предприятиелары вәкилдәрен күреүебеҙгә шатбыҙ. Бөгөн барыбыҙға ла илдә сәнәғәт производствоһы динамикаһы үҫешен һаҡлау мөһим, - тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ яңы йүнәлештәрҙәге эш тураһында уйланырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, бергәләп Рәсәй сәнәғәтен кадрҙар менән тәьмин итеү мөһим. Был бик етди мәсьәлә. Төбәк етәксеһе Башҡортостандың илдә сәнәғәт лидерҙарының береһе булыуын да билдәләп үтте. -Республика сәнәғәтендә 52 меңдән ашыу кеше эшләй. Был - юғары квалификациялы, профессиональ, яуаплы кешеләрҙән торған ҙур армия. Иҡтисадыбыҙҙың төп йүнәлештәрен үҫтереүгә мөмкинлек биргәнегеҙ өсөн рәхмәт. Илдең барлыҡ төбәктәрендәге һымаҡ, Башҡортостанда ҙур ярҙам саралары күрһәтелә. Был йәһәттән Сәнәғәтте үҫтереү фонды әүҙем эшләй. Беҙҙең республика кластерҙарҙың эш һөҙөмтәһе буйынса ла алдынғылыҡты биләй. Беҙҙә “Алға” махсус иҡтисади зонаһы бар. Беҙ артабан да сәнәғәтте үҫтерәсәкбеҙ, шул иҫәптән дәүләт ярҙамы сараларын ҡулланасаҡбыҙ,– тип билдәләне Радий Хәбиров. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы сәнәғәт предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары, Өфөнөң машиналар эшләү колледжының иң яҡшы студенттарына ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Артабан Радий Хәбиров телекүпер тәртибендә “Бурсервис” һәм “Туймазытехуглерод”предприятиеларының яңы производство линиялары эшенә старт бирҙе. Шулай уҡ Радий Хәбиров “Машиналар эшләү”, “Металл эшкәртеү” махсус күргәҙмәләр экспозицияһы менән танышты. Был күргәҙмә 7 мең квадрат метр майҙанда ойошторолдо. Бында станоктар эшләү, металл эшкәртеү, роботлаштырыу һәм сәнәғәт автоматлаштырыуы өлкәһендә яңы технологиялар күрһәтелде. Журналистар менән әңгәмә барышында төбәк етәксеһе экспозицияларҙан алынған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. -Был сара беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ һәр ваҡыт мөмкин тиклем күберәк републикабыҙ етештереүселәрен саҡырырға, ҡунаҡтарға, партнерҙарға беҙҙә булғанды күрһәтергә тигән маҡсат ҡуябыҙ. Аралашыу ваҡытында етештереүселәрҙә килеп тыуған күп һорауҙарҙы хәл итәбеҙ, - тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.