Республика Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында төбәктә сәнәғәт инфраструктураһын булдырыу һәм үҫтереү буйынса һорауҙар ҡаралды. Унда Башҡортостандың әүҙем рәүештә сәнәғәт инфраструктураһын булдырыу һәм үҫтереүҙе инвестициялауы, яңы индустриаль парктар һәм технопарктар барлыҡҡа килеүе билдәләнде. -Бөгөнгө көндә сәнәғәт парктары һаны буйынса Рәсәй субъекттары араһында биш лидер иҫәбенә керәбеҙ. Беҙҙә 19 технопарк һәм 12 индустриаль парк эшләй. Айырыуса ҙур иғтибар юғары технологиялар өлкәһендәге технопарктар үҫтереүгә бирелә, - тине Андрей Назаров. Индустриаль һәм технопарктарҙа байтаҡ эш урындары булдырылған, 168 резидент үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Инвестицияларҙың дөйөм күләме - 45 миллиард һумдан ашыу. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.