Йылайыр районы Ҡашҡар ауылы мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә бик матур сара үткән. Был хаҡта үҙәк директоры Зарифа Юламанова хәбәр итә. "Ҡашҡар ауылы мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә "Өләсәйем һандығы" исеме аҫтында матур сара үтте. Ауылыбыҙҙың йөрәге булған "Миләш" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре, өләсәйҙәре менән берлектә халыҡ ижадына байҡау яһап, һандыҡ эсендә булған башҡорт кейемдәрен барланылар. Күҙҙең яуын алып торған кешемир яулыҡтар, шәлдәр алғас яулыҡ менән" Йәшерем яулыҡ" уйынын уйнап алдылар. Башҡорт халкының шаян йыры "Хәтирә" не Хәфизә Юламанова йырлап ишеттерҙе. Уйындар уйнап алғас өләсәй һандығын артабан ҡарап матур ҡашмауҙар, түшелдерек, селтәрҙәр менән таныштыҡ. Һандыҡ төбөндә бәләкәстәр өсөн бүләктәр ҙә булған икан:ҡыҙҙарға түшелдеректәр, малайҙарға билбау таҡты өләсәйҙәр. Матур башҡорт биҙәүестәрен таҡҡас бергәләшеп "Айҙар ғынайым" йырын йырлап бейешеп алдыҡ.Ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы "Умырзая" халыҡ фольклор ансамбле бәләкәстәргә нәсихәттәре