Йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән туғаны Рөстәм, ҡыҫҡа ваҡытлыса ялға ҡайтҡанда, һөйгәне менән ҡауышҡан. Йырсы туғанының законлы никахҡа яҙылышыу тантанаһынан матур кисерештәре менән уртаҡлашҡан. “Бөгөн беҙҙең бик тулҡынландырғыс, бәхетле көн булды. Ниһайәт, Рөстәм туғаныбыҙ үҙенең тиң йәрен осратып, ғаилә ҡороп ебәрҙе. Күп никах –туйҙарҙа булғаным бар, ләкин бөгөнгө никах бик тә үҙенсәлекле ине. Рөстәм – хәрби кейемдә, күкрәге тулы миҙалдар, ә киленебеҙ Эльвира ап-аҡ күлдәктән. Күҙ йәштәрһеҙ ҙә булманы, сөнки бында шатлыҡ та, борсолоу ҙа бар. Башҡа төрлө уйҙар инә. Мин бындай ваҡиғалар һуғыш тураһындағы фильмдарҙа ғына була тип уйлай инем. Юҡ, беҙҙең көндәрҙә лә була икән... Ҡотлауҙар, теләктәр, уларҙың беренсе бейеүҙәре. Ә иртәгә инде Рөстәм ҡустым ҡабат алғы һыҙыҡҡа, илде һаҡларға китәсәк. Алла бирһә, киләһе йәйгә гөрләтеп туй үткәрербеҙ. Бәхетле булығыҙ, туғаным, мөхәббәтегеҙ ғүмерлек булһын”, -тип матур һүҙҙәр яҙған Әнүәр Нурғәлиев үҙенең сәхифәһендә.