Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тәтешле районында яңы йорттар файҙаланыуға тапшырыла

“Башҡортостан Республикаһында торлаҡ” проекты буйынса төп күрһәткес булып торлаҡ төҙөлөшө күләмдәренең артыуы тора. Халыҡ өсөн уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу буйынса “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп бурысы торлаҡ төҙөү күләмен арттырыу һәм федераль, төбәк торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу аша хәл ителә. Тәтешле районында быйыл 9 мең квадрат метрға яҡын торлаҡ төҙөлдө. Гөлназ һәм Дмитрий Самышевтар өй туйлаусыларҙың береһе булды. 160 квадрат метр майҙанлы кирбес йорт төҙөүгә бер йылдан ашыу ваҡыт киткән. Төҙөлөш 2022 йылдың июлендә башланған, яңы өй туйлаусылар 2024 йылдың июнендә күсенгән. Материалдарҙы Өфөлә, Пермдә, Чернушкала һәм Тәтешле районында һатып алғандар. Асыҡланыуынса, ҡалаларҙа ҡайһы бер төҙөлөш материалдарының хаҡы, хатта илтеп биреү хаҡын иҫәпкә алғанда ла, Үрге Тәтешлеләгегә ҡарағанда арзаныраҡҡа сыға. Дмитрий Самышев әйтеүенсә, йорт төҙөлөшөнә 4 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған. Аҡсаның төп өлөшө – ул, әлбиттә, кредит средстволары. Әлегә бинаны эске яҡтан биҙәү бурысы тора, әлегә эстә ҡара ремонт ҡына тора. Өй туйлаусыларҙы иһә эргә-тирәләге юлдарҙың сифаты, социаль объекттарҙың уңайлылығы борсой. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәтешле районы хакимиәте.