Баймаҡ районының Ниғәмәт урта мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған Әҡсән Мырҙағәлинға арналған Герой партаһы асылды. Унда яугирҙең әсәһе Әсмә Әхмәтсафа ҡыҙы, ҡатыны Гөлдәр, улы Санъяр, ҡыҙы Сәғиҙә, класташы Илнур Дәүләтшин, уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Сараға шулай уҡ Әҡсән Зиннур улының уҡытыусылары Фәрзәнә Мөхәмәтшина, Менәүерә Хәсәнова, Рәйсә Иҫәнбаева ла саҡырылғайны. Улар барыһы ла батыр егетте яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алды. «Рухлы, дәртле булды. Мәктәптә, ауыл тормошонда үткән һәр сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Спорт менән дуҫ булды» , - тип иҫкә алды уҡытыусылары. "Июнь айында үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ете - һигеҙ яралы егетте алғы һыҙыҡтан алып сығып, сираттағыһына барып еткәндә, снайпер уның йөрәгенә тоҫҡап атҡан," - тип хәтерләне яугирҙең яҡындары. Әҡсән Мырҙағәлин Чечен һуғышында ҡатнашып, хәрби хәрәкәттәр ветераны була. 2022 йылда өлөшләтә мобилизация башланғас та махсус хәрби операцияға юллана. Кесе сержант званиеһында взвод команди