12 ноябрҙә Башҡортостанда урыны менән ҡар яуыуы көтөлә, юлдарҙа боҙлауыҡ, көндөҙ елдең тиҙлеге секундына 15 метрға етеүе ихтимал. Һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә. Башгидромет мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ республика буйынса бер аҙ ҡар яуа. Юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк, көндөҙ урыны менән секундына 15 метрға етәсәк. Һауа температураһы төндә -4, -9, аяҙытҡанда 14 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 0, -5 градус. Автомобиль юлдарына төндә һәм иртән томан төшә, күреү мөмкинлеге - 500-1000 метр. Алыҫ юлға сығыусы водителдәргә юлдарҙа һаҡ булырға кәңәш ителә. Автор фотоһы