Быйыл“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 20 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һәм 10 үҙмәшғүл граждан бизнес-пландар әҙерләү буйынса хеҙмәттән файҙаланды. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы агентлығы» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының «Минең бизнесым» үҙәге күрһәткән дәүләт ярҙамы сараһы эшҡыуарҙарға бизнес төҙөү планын әҙерләргә мөмкинлек бирҙе. - Бындай пландар бизнес-идеяларҙы ҡороуҙа ярҙам итеп кенә ҡалмай, шулай уҡ инвестициялар йәлеп итеү һәм кредит алыу өсөн дә нигеҙ булып тора, был үҙ сиратында бизнесты үҫтереүгә булышлыҡ итә. Программала ҡатнашыусылар кәрәкле документтар төҙөүҙән тыш, тәжрибәле белгестәрҙән консультация ла алды, был уларға бизнес-проекттарҙың потенциалын асырға һәм уларҙы яңы кимәлгә күтәрергә мөмкинлек бирҙе,
«Минең бизнесым» үҙәге 30 эшҡыуарға бизнес-пландар әҙерләне
12 ноября 202412 ноя 2024
1 мин