Ейәнсәре менән өй алдындағы балалар майҙансығына сыҡҡан мөләйем йөҙлө, матур, алсаҡ апайҙы йыш күрәм. Танышып, яҙмышын яҡынданыраҡ белгәс, уның гел һағышлы ҡараған күҙҙәренең сере асылды... ...Нефть институтында уҡығанда ҡыҙ зәңгәр күҙле, етен сәсле рус егетенә ғашиҡ була. Ул да Зиләгә битараф түгеллеген күрһәтә: дәрестән һуң көтөп тора, оҙата бара, туңдырма менән һыйлай. Тик йәштәр бер-береһен оҡшатыуы хаҡында һөйләшергә ҡыймай. Уҡыуҙы тамамлағас, егет үҙ яғына – Силәбе өлкәһенә ҡайтып китә, ҡыҙҙы йүнәлтмә буйынса Өфө заводтарының береһенә эшкә ебәрәләр. Шулай йыл үтә. Зилә бер көн эш сменаһын тамамлап сыҡһа, тышта... ҡып-ҡыҙыл раузаларҙан гөлләмә һәм ҙур торт тотҡан Сергей тора. Ул һүҙҙе ҡыҫҡа тота: “Мин һине алырға килдем, һинән башҡа йәшәй алмағанымды аңланым”. Тик ҡыҙҙың ҡапыл ғына ризалыҡ бирерлек мөмкинлеге булмай шул... “Яратам, бергә булырға теләйем, тик һинең менән китә алмайым. Әсәйем оло, мин – берҙән-бер ҡыҙы. Әйҙә, һин бында кил, эш тә табылыр”, – тип егетте үҙенә саҡыра