Арабыҙҙа туҡтауһыҙ яңылыҡҡа, үҫешкә ынтылған һәләтле замандаштарыбыҙ аҙ түгел. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ Миәкә районының Боғҙан ауылынан Зәлифә Янышева ла ҡыҙыҡлы шәхес. Ул туҡтауһыҙ өйрәнә, үҫешә. Әлеге әңгәмәбеҙҙә уның һәләттәрен төрлө яҡлап асырға тырыштыҡ. – Зәлифә Фәтих ҡыҙы, һеҙҙе иң элек көслө уҡытыусы булараҡ беләбеҙ – Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Рәсәй дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре. Уҡытыусы һөнәренә ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан килә? – Мин Миәкә районының Ереклекүл ауылында тыуғанмын. Был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу нәҫелдән киләлер тип уйлайым. Атайым яҡлап бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмуллаға барып тоташабыҙ. Өләсәйем Троицк ҡалаһында уҡытыусылар әҙерләгән көслө мәҙрәсәлә уҡыған, фарсы, ғәрәп, рус телдәрен, математиканы бик яҡшы белде. Уның бер туғандары ла зыялылар. Ҡустыһы Хисаметдин Әһлетдинов Ҡазанда татар-башҡорт хәрби кавалерия училищеһында уҡыған, аҙаҡ шунда уҡытҡан. Ғәйникамал һеңлеһе Ленин ордены кавалеры булған, шул заманда уҡ китап сығарған. Үҙем үҫкән күп балалы ғаиләлә лә атайым “Уҡырға кәрәк! Уҡығыҙ!” тигән һүҙҙәрҙе ҡабатлап ҡына торҙо, шуны бәләкәйҙән һеңдереп үҫтерҙе. Өйгә гәзиттәрҙең төрлөһө килде. Атайым уларҙы уҡый ҙа беҙгә лә ҡыҙыҡлы мәҡәләләрҙе тәҡдим итә ине. Уҡытыусы һөнәренә үҙемдең дә ҡыҙыҡһыныу булғандыр. Башланғыс класта уҡығанда тәнәфестә малайҙарҙы таҡта алдына баҫтырып, картанан ниндәй илдең ҡайҙа урынлашҡанын һорағаным хәтерҙә. Шуға Тамъян-Таймаҫ ауылы мәктәбендә һигеҙенсе класты тамамлағас, Салауат педагогия училищеһына уҡырға керҙем. Ул ваҡытта конкурс бик ҙур була торғайны. Көслө уҡытыусылар белем бирҙе, методиканы ныҡ өйрәттеләр. Һөнәр алғас, Ҡолтай-Ҡаран мәктәбендә эш башланым. Шулай тура килде, сентябрҙә уҡыта башланым, октябрҙә минең дәресемде ҡарарға республиканың мәғариф министры керҙе. Йәш кенә булһам да маҡтап сығыуы күңелемде үҫтерҙе. Тормош девизым – һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтылыу. Шуға өлгәшелгәндә туҡталып ҡалмай, ике йылдан Стәрлетамаҡ педагогия институтының Башланғыс кластар методикаһы факультетына индем. Ситтән тороп уҡырға тәҡдим итеүселәр ҙә булды, ләкин бында ла атайымдың кәңәшен тоттом. “Белемдең эргәһендә тороп белем алып булмай” тигәс, көндөҙгө бүлектә уҡып, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланым. Бер аҙ Бәләбәй яҡтарында эшләп ҡайтҡандан һуң, 1985 йылда Боғҙан урта мәктәбенә барҙым. Ғүмеремдең ҙур өлөшө ошо мәктәптә үтте. Эшемде яратып башҡарҙым. Бөтә бала ла белһен, белемле булһын тип тырыштым. Уҡыусы теманы яҡшы аңлаһын өсөн һәр дәресемдә күргәҙмә әсбаптарҙы ҡулландым. Уҡытҡанда баланың күңеленә юл таба белеү мөһим, кәрәк саҡта маҡтап ебәрәһең, ҡайһы саҡта тәнҡитләп тә алаһың. Барлығы 30 йылға яҡын ошо һөнәргә хеҙмәт иттем. Уҡытҡан йылдарымда Мәғариф министрлығының тәҡдиме менән “Йәнле хәрефтәр” тигән шиғри китап та сығарҙым. Сағыу һүрәттәр, ҡыҙыҡлы шиғырҙар аша балаларға хәреф таныуға бик уңайлы ҡулланма ла булып торҙо ул. – Ижад итеүгә тотоноуығыҙ нимәгә бәйле? – Ижад итәм тип тә тотонманым, ул үҙенән-үҙе килде. Тормоштан, күҙәтеүҙәремдән алынған ваҡиғаларҙы художестволаштырып, хикәйә итеп яҙыу күңелдә уянды. Бынан ике йыл элек институттағы һабаҡташым Мостафа Ишҡолов менән ”Ғүмер һуҡмаҡтарын үткәндә” тигән китап сығарҙыҡ. Унда минең 10-дан ашыу хикәйәм, Мостафаның шиғырҙары донъя күрҙе. Күңелемдә өлгөргән, яҙа торған әҫәрҙәрем бар әле, уларҙы ҡағыҙға төшөрөү теләгем ҙур. Ижад уты ҡабынһа, туҡтатып булмай уны. Был йәһәттән бер туған ағайым, билдәле яҙыусы Фәнис Янышевтың кәңәштәре лә ярҙам итә. Шиғырҙар бик яҙып бармаһам да, уларҙы уҡырға, сәхнәнән һөйләргә яратам. Район кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат булдым. Мәҫәлән, Мифтахетдин Аҡмулла шиғырҙарын һөйләү конкурсында сығышым юғары баһаланды. – Күңел һалып башҡарған йәнә бер шөғөлөгөҙ - балаҫ һуғыуға оҫталыҡ ҡайҙан килә? – Күптән йәшәп килгән теләгемде хаҡлы ялға сыҡҡас тормошҡа ашырҙым. Әсәйем ғүмер буйы балаҫ һуҡты. Өйөбөҙҙә карауаттарҙа ла, иҙәндә лә һәр ваҡыт балаҫтар ятты. Биҙәктәренең дә үҙенең исемдәре бар ине: “баҙыян”, “йондоҙ аҫа” тигәндәре хәтерҙә ҡалған. Аҙаҡ әсәйем сәскә биҙәктәре эшләүгә күсте. Мин училищела уҡыған саҡта, өйрәнеп ҡара, тип станок артына ултыртҡайны, был һөнәрҙе тиҙ генә үҙләштерҙем. Һуңғараҡ үҙаллы ике балаҫ һуҡтым. Артабан донъя мәшәҡәттәре менән ул ҡыҙыҡһыныуым һүнеп ҡалды. Бала саҡта беҙҙең өйҙә бер балаҫ айырыуса ныҡ ҡәҙерле булды. Уның биҙәктәре лә башҡасараҡ ине. Ул һәр ваҡыт кәштәлә элеүле торҙо.Ҡунаҡ килгәндә генә уны һикегә йәйеп ҡуя торғайныҡ. Мин тыуған мәлдәрҙә әсәйем шул балаҫты һуҡҡан булған, уға 60 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ғүмер буйы шул балаҫтың күсермәһен һуғып ҡарау хыялым булды. Йәшерәк саҡта быға тотона алманым. Ниһайәт, хаҡлы ялға сыҡҡас, маҡсатыма өлгәштем. Ҡулым шымарғансы балаҫтарымды тәүҙә магазин ебенән һуҡтым. Һуңынан үҙем һарыҡ йөнөн иләргә, төрлө төҫтәргә манырға өйрәндем. Ауылыбыҙҙағы ошо һөнәр оҫтаһы Ғилмихан еңгә эште башлағанда ныҡ ярҙам итте. Станогымды бик уңайлы итеп тормош иптәшем яһап бирҙе. Шулай итеп яңы шөғөлгә юл асылды. Әсәйемдең һуҡҡан балаҫының күсермәһе бөгөн беҙҙең йортто биҙәй. Тәүге етди эшем булһа ла, был балаҫым яңыраҡ районыбыҙҙа уҙғарылған Балаҫ байрамында республика кимәлендә өсөнсө урын яуланы. Күптәнге маҡсатым тормошҡа ашҡанға күңелдә ҡәнәғәтлек тойғоһо ҙур. Кеше ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, туҡтауһыҙ үҫергә, матурлыҡҡа ынтылырға тейеш. Өйҙә гөлдәр, ихатала сәскәләр үҫтерергә яратам. Ғөмүмән, баҡса эше күңелемә бик яҡын. Бәрәңге менән төрлө тәжрибәләр уҙғарам. Бер йәйҙә ике тапҡыр уңыш алып буламы икән, тигән ҡыҙыҡһыныуым көслө ине, уны ла тормошҡа ашырҙым. Март айында уҡ орлоҡто шыттырып әҙерләй башлайым. Апрель аҙаҡтарында тиреҫле, йомшаҡ тупраҡҡа тәүге партия бәрәңгене сәсәбеҙ. Июнь аҙағына уңыш өлгөрә, бер төптән 13-18-әр бәрәңге сыға. Уны күбеһенсә ашауға тотонабыҙ. Шул уҡ ергә икенсе партияны июль баштарында ултыртабыҙ, 10 октябрь тирәһендә ҡаҙыйбыҙ. Бәрәңге төндә үҫә тип әйтеүҙәре дөрөҫ, августа һыуыта башлағас, улар бик эре булмай, был бәрәңгене сәсеүгә тотонабыҙ. Бына шундай ҙа тәжрибә уҙғарҙым һуңғы йылдарҙа. Сит яҡтарҙа булып, башҡа халыҡтарҙың йолаларын күреү, телдәрен өйрәнеү теләге менән бер нисә йыл элек Испанияла булып ҡайттым. Унда барғас, бер ай эсендә уларҙың телен өйрәндем, бик тиҙ аңлай башланым. Был сәйәхәтем дә миңә үҙемде яңы яҡтан асырға мөмкинлек бирҙе. – Һеҙ ауылдың йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәйһегеҙ. “Димкәй” фольклор коллективының әүҙем ағзаһы булып тораһығыҙ. Нисек ваҡыт табаһығыҙ? – Ысынлап та, ауылыбыҙҙа бик матур “Димкәй“ ансамбле эшләп килә. Унда төрлөһө төрлө яҡлап маһир, әүҙем ауылдаштарым тупланған. Һәр береһенең дә йөрәге ауыл өсөн яна. Байрамдарҙы йыш уҙғарабыҙ, клубыбыҙ булмаһа ла, сығыш яһап, ауылдаштарҙың күңелен күрәбеҙ, төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Яңыраҡ фольклор коллективтары араһында уҙғарылған “Дим биҙәктәре” конкурсында икенсе урынды алдыҡ. Унда башҡа райондарҙан да фольклор төркөмдәре йыйылды. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – ауылыбыҙ һүнмәүе, йәшәүе. Ошо ниәт менән быйыл “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашабыҙ. Боғҙан ауылын донъя көтөүгә егәрле кешеләр төйәк иткән. Оло йәштәгеләр күберәк булһа ла, үҙҙәренең йорт ҡаралтыларын яңырталар, матурлайҙар. Сәскә үҫтереүселәр бик күп. Ауылыбыҙ төҙөк булһын тип тырышабыҙ. Зыяратты йыйыштырыуҙа өмәләр үткәрелеп тора. Йәнтөйәге өсөн йән атыусылар булғанда Боғҙанда тормош һүнмәйәсәк әле. – Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Киләһе көндәрегеҙ ҙә уңыштарға бай булһын. Фотолар: Зәлифә Янышева архивынан.
Нәҫелебеҙ бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмуллаға барып тоташа
11 ноября 202411 ноя 2024
6 мин
Арабыҙҙа туҡтауһыҙ яңылыҡҡа, үҫешкә ынтылған һәләтле замандаштарыбыҙ аҙ түгел. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ Миәкә районының Боғҙан ауылынан Зәлифә Янышева ла ҡыҙыҡлы шәхес. Ул туҡтауһыҙ өйрәнә, үҫешә. Әлеге әңгәмәбеҙҙә уның һәләттәрен төрлө яҡлап асырға тырыштыҡ. – Зәлифә Фәтих ҡыҙы, һеҙҙе иң элек көслө уҡытыусы булараҡ беләбеҙ – Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Рәсәй дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре. Уҡытыусы һөнәренә ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан килә? – Мин Миәкә районының Ереклекүл ауылында тыуғанмын. Был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу нәҫелдән киләлер тип уйлайым. Атайым яҡлап бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмуллаға барып тоташабыҙ. Өләсәйем Троицк ҡалаһында уҡытыусылар әҙерләгән көслө мәҙрәсәлә уҡыған, фарсы, ғәрәп, рус телдәрен, математиканы бик яҡшы белде. Уның бер туғандары ла зыялылар. Ҡустыһы Хисаметдин Әһлетдинов Ҡазанда татар-башҡорт хәрби кавалерия училищеһында уҡыған, аҙаҡ шунда уҡытҡан. Ғәйникамал һеңлеһе Ленин ордены кавалеры булған, шул заманда уҡ китап сығарған. Үҙем үҫкән күп балалы ғаиләлә лә