Бөгөн Белорет ҡалаһында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Павлович Фадеевҡа 100 йәш тулды. Уны оло юбилейы менән Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ҡотланы. “Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Павлович Фадеевты 100 йәшлек юбилейы менән ҡотлауыма бик шатмын. Уның менән аралашҡанда һәр ваҡыт ҙур ихтирам, һоҡланыу һәм рәхмәт тойғоһо кисерәм. Уның тормошо батырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм Ватанға тоғролоҡтоң сағыу өлгөһө булып тора”, – тип белдерҙе Андрей Иванович. 1941 йылда, 17 йәшлек сағында, Иван Павлович артелдә фронт өсөн инвентарь эшләй. 1942 йылдың сентябрендә уны фронтҡа саҡыралар, Төньяҡ-Көнбайыш фронтта һауа оборона ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1943 йылдың мартында Иҫке Русса ҡалаһында Иван Павлович һауа күҙәтеүе, хәбәр итеү һәм элемтәнең 52-се айырым армия ротаһына элемтәсе итеп тәғәйенләнә. Уның бурысы самолет төрҙәрен тауыш буйынса айырыу, уларҙың осоу бейеклеген, тиҙлеген һәм йүнәлешен билдәләү, ә дошман авиацияһы барлыҡҡа килгәс, шунда уҡ хәбәр итеү була. Уларҙың поста