Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

"Бишле" уңыш килтермәйме?

Мин мәктәпте гел “бишле”гә тамамланым, институттан ҡыҙыл диплом алып сыҡтым. Бер юғары уҡыу йортоноң кафедраһында уҡытам. Эш хаҡым күпме икәнен яҙып та тормайым. Оялам. Ә тик "бишле"гә уҡыу өсөн күпме нерваым бөттө. Мәктәптә лә, университетта ла! Уны үҙем генә беләм. Һеңлем туғыҙынсы класты көскә тамамлай алды. Атайым менән әсәйем уны: “Йыйыштырыусы, ер һепереүсе генә булып эшләй алырһың һин!”-тип әрләй торғайны. Күпме генә күмәкләп өгөтләһәк тә, уҡыта алманыҡ. Һеңлем туғыҙҙы бөткәс бер нисә аҙналыҡ курстарҙа керпек үҫтерергә, ҡаш, тырнаҡ эшләргә өйрәнеп алды ла, айына ... 60 мең һумдан ашыу эшләй! Әгәр инде төшкө 12-гә тиклем йоҡламаһа, ял, байрам көндәрендә лә йыбанмаһа, аҡсаһы тағы күберәк була. Ҡайҙа ғәҙеллек?! “Икеле”гә уҡыған балалар “бишле”гә генә уҡығандарға ҡарағанда тормошта уңышлыраҡ урынлаша, йәшәй, тигәне дөрөҫ булып сыға, тимәк? Һеңлемә тик бәхет теләйем әлбиттә, әммә әҙерәк көнләшәм унан. Мин төн йоҡоларын ҡалдырмай уҡығанда, ул рәхәтләнеп йоҡланы ла, рәхәтләнеп дуҫтары

Мин мәктәпте гел “бишле”гә тамамланым, институттан ҡыҙыл диплом алып сыҡтым. Бер юғары уҡыу йортоноң кафедраһында уҡытам. Эш хаҡым күпме икәнен яҙып та тормайым. Оялам. Ә тик "бишле"гә уҡыу өсөн күпме нерваым бөттө. Мәктәптә лә, университетта ла! Уны үҙем генә беләм.

Һеңлем туғыҙынсы класты көскә тамамлай алды. Атайым менән әсәйем уны: “Йыйыштырыусы, ер һепереүсе генә булып эшләй алырһың һин!”-тип әрләй торғайны.

Күпме генә күмәкләп өгөтләһәк тә, уҡыта алманыҡ. Һеңлем туғыҙҙы бөткәс бер нисә аҙналыҡ курстарҙа керпек үҫтерергә, ҡаш, тырнаҡ эшләргә өйрәнеп алды ла, айына ... 60 мең һумдан ашыу эшләй! Әгәр инде төшкө 12-гә тиклем йоҡламаһа, ял, байрам көндәрендә лә йыбанмаһа, аҡсаһы тағы күберәк була.

Ҡайҙа ғәҙеллек?! “Икеле”гә уҡыған балалар “бишле”гә генә уҡығандарға ҡарағанда тормошта уңышлыраҡ урынлаша, йәшәй, тигәне дөрөҫ булып сыға, тимәк? Һеңлемә тик бәхет теләйем әлбиттә, әммә әҙерәк көнләшәм унан. Мин төн йоҡоларын ҡалдырмай уҡығанда, ул рәхәтләнеп йоҡланы ла, рәхәтләнеп дуҫтары менән аралашты, төрлө ергә йөрөнө. Һөҙөмтәлә аҡсаны минән күберәк эшләй. Бына шулай!

К.

"Һаҡмар" гәзите сайтынан.