Найти в Дзене

Эшҡыуарға ярҙам иттеләр

Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында әүҙем рәүештә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барған “Гурман” кафеһы етәксеһе Данил Заһиҙуллин етештереү ҡеүәтен арттырырға ниәтләй. Уның 65 урынлыҡ кафеһы урындағы халыҡҡа ял итеү һәм туҡланыу өсөн популяр урын булараҡ үҙен күрһәтте лә инде. Быйыл предприятие ҡорамалдарҙы яңыртыуға байтаҡ инвестиция йүнәлткән, атап әйткәндә, ныҡлы заманса мейес, ҡамыр яһағыс һәм яңы өҫтәлдәр һатып алған. Дөйөм сығым 500 мең һумдан ашыу тәшкил иткән. Ярҙам итеү һәм артабан үҫтереү өсөн “Биләмәлә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү” муниципаль программаһы сиктәрендә ярҙам саралары ҡаралған. Был программа “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы ғәмәлгә ашырыла һәм эшҡыуарҙар өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға тәҡдим итә, был “Гурман” кафеһында хеҙмәттәр сифатын күтәреү һәм үҫтереү өсөн өҫтәмә стимул буласаҡ. Бындай саралар ойошманың баҙарҙағы позицияһын нығытасаҡ ҡын

Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында әүҙем рәүештә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барған “Гурман” кафеһы етәксеһе Данил Заһиҙуллин етештереү ҡеүәтен арттырырға ниәтләй. Уның 65 урынлыҡ кафеһы урындағы халыҡҡа ял итеү һәм туҡланыу өсөн популяр урын булараҡ үҙен күрһәтте лә инде. Быйыл предприятие ҡорамалдарҙы яңыртыуға байтаҡ инвестиция йүнәлткән, атап әйткәндә, ныҡлы заманса мейес, ҡамыр яһағыс һәм яңы өҫтәлдәр һатып алған. Дөйөм сығым 500 мең һумдан ашыу тәшкил иткән. Ярҙам итеү һәм артабан үҫтереү өсөн “Биләмәлә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү” муниципаль программаһы сиктәрендә ярҙам саралары ҡаралған. Был программа “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы ғәмәлгә ашырыла һәм эшҡыуарҙар өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға тәҡдим итә, был “Гурман” кафеһында хеҙмәттәр сифатын күтәреү һәм үҫтереү өсөн өҫтәмә стимул буласаҡ. Бындай саралар ойошманың баҙарҙағы позицияһын нығытасаҡ ҡына түгел, ә яңы эш урындары булдырыуҙы һәм клиенттарҙы йәлеп итеүҙе тәьмин итеп, районда бәләкәй бизнестың конкуренцияға һәләтлелек кимәлен күтәрәсәк, тип көтөлә. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.