Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә яңылыҡ билдәле булды: Максим Забелин Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын ҡалдыра һәм иртәгәнән Мәскәү өлкәһенең Һаулыҡ һаҡлау министрлығын етәкләй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Максим Забелинды һөҙөмтәле һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. “Һеҙҙең кеүек кимәлдәге идарасы бөтә ерҙә лә талап ителә. Был эш ҡулығыҙҙан килер тип ышанам, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров. – Был һеҙҙең һуңғы тәғәйенләнешегеҙ һәм эш урыны түгел. Беҙ һәр ваҡыт хеҙмәттәш һәм дуҫ булып ҡалабыҙ”. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын уның беренсе урынбаҫары Азат Бадранов башҡарасаҡ. “Эш дауам итергә тейеш, шуға күрә бөгөндән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа бурыстар йөкмәтелә. Эште ҡулығыҙға алығыҙ, беҙҙә бер ниндәй күсеү этаптары юҡ – алға барабыҙ һәм эшләйбеҙ”, – тине Радий Хәбиров. Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһен