Найти в Дзене

Телекоммуникация хеҙмәтенең сифатын баһалайҙар

Башҡортостан эшҡыуарҙары төбәктә уңайлы йәшәүгә, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуға йоғонто яһаған телекоммуникация хеҙмәттәре сифатын һәм хаҡын баһалау тураһындағы һорау алыуҙа ҡатнашыуға саҡырыла. Был турала төбәктең Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы хәбәр итә. Һорау алыуҙың төп маҡсаты – бизнес алып барыуға йоғонто яһаған телекоммуникация менән бәйле проблемаларҙы асыҡлау. Элемтә инфраструктураһы үҫеше, интернетҡа сығыуҙы киңәйтеү “Һанлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Цифровая экономика”) төп бурысы. -Һорау алыу аноним рәүештә башҡарыла. Ул Башҡортостандың Инвестиция порталында урынлашҡан. Был иһә эшҡыуарҙар өсөн дә бик уңайлы. Был тема буйынса һорауламала мөмкин тиклем күберәк респонденттар ҡатнашыуын теләр инек. Хәлгә объектив баһа биреү беҙҙең өсөн бик мөһим, - тине Башҡортостандың һанлы үҫеш буйынса дәүләт идаралығы министры вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин. Телекоммуникация хеҙмәттәренә халыҡтың ҡәнәғәтлеге буйынса онлайн һорау алыу респ

Башҡортостан эшҡыуарҙары төбәктә уңайлы йәшәүгә, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуға йоғонто яһаған телекоммуникация хеҙмәттәре сифатын һәм хаҡын баһалау тураһындағы һорау алыуҙа ҡатнашыуға саҡырыла. Был турала төбәктең Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы хәбәр итә. Һорау алыуҙың төп маҡсаты – бизнес алып барыуға йоғонто яһаған телекоммуникация менән бәйле проблемаларҙы асыҡлау. Элемтә инфраструктураһы үҫеше, интернетҡа сығыуҙы киңәйтеү “Һанлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Цифровая экономика”) төп бурысы. -Һорау алыу аноним рәүештә башҡарыла. Ул Башҡортостандың Инвестиция порталында урынлашҡан. Был иһә эшҡыуарҙар өсөн дә бик уңайлы. Был тема буйынса һорауламала мөмкин тиклем күберәк респонденттар ҡатнашыуын теләр инек. Хәлгә объектив баһа биреү беҙҙең өсөн бик мөһим, - тине Башҡортостандың һанлы үҫеш буйынса дәүләт идаралығы министры вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин. Телекоммуникация хеҙмәттәренә халыҡтың ҡәнәғәтлеге буйынса онлайн һорау алыу республикабыҙ биләмәһендә Инвестиция порталында даими уҙғарыла. Яуап биреү өсөн яҡынса ике минут ваҡыт китә. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.