Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Аттар”ҙы күргәнегеҙ бармы?

Өфө компанияһы Башҡортостан Республикаһының Гарантия фонды ярҙамынан файҙаланды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, тәьмин ителеш суммаһы 14 миллион һум тәшкил иткән. Был сумма компанияға “Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт үҫеше фонды” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан 20 миллион һумлыҡ займ алыу мөмкинлеген биргән. - Гарантия фондының төп маҡсаты – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының кредит продукттарынан файҙаланыуын ябайлаштырыу. Фонд бизнесҡа залог тәьмин ителеше етмәгәндә өҫтәмә финанс ресурстарын йәлеп итеүҙә ярҙам итә. Бирелгән гарантия һөҙөмтәһендә эшҡыуарҙар проекттарын яңы кимәлдә тормошҡа ашыра ала, - тип белдерҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко. Өфөләге “Берләшкән электр технологияла

Өфө компанияһы Башҡортостан Республикаһының Гарантия фонды ярҙамынан файҙаланды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, тәьмин ителеш суммаһы 14 миллион һум тәшкил иткән. Был сумма компанияға “Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт үҫеше фонды” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан 20 миллион һумлыҡ займ алыу мөмкинлеген биргән. - Гарантия фондының төп маҡсаты – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының кредит продукттарынан файҙаланыуын ябайлаштырыу. Фонд бизнесҡа залог тәьмин ителеше етмәгәндә өҫтәмә финанс ресурстарын йәлеп итеүҙә ярҙам итә. Бирелгән гарантия һөҙөмтәһендә эшҡыуарҙар проекттарын яңы кимәлдә тормошҡа ашыра ала, - тип белдерҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко. Өфөләге “Берләшкән электр технологиялары” компанияһы электр заряд станцияларының уйлап сығарыусыһы, етештереүсеһе һәм ташыусыһы булып тора. Предриятие баҙарҙа 2017 йылдан алып эшләй. Гарантия аҡсаһы “Аттар” электр транспорты өсөн заряд станцияларын етештереү буйынса яңы проектҡа һалына. Улар бер йәки бер юлы өс автомобиль өсөн зарядка ваҡытын ҡыҫҡарта. Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.