“Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәре Бәләбәй районының дүрт предприятиеһында булды һәм кәңәштәр бирҙе. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы мөмкин булды. - 2021 йылдан Башҡортостанда “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты тормошҡа ашырыла. Өс йылдан ашыуыраҡ ваҡыт эсендә Башҡортостандың 483 экспортҡа йүнәлтелгән предприятиеһы “Ашығыс экспорт ярҙамы” ның эшлекле төркөмөнән ярҙам алды. Һөҙөмтәлә 200-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты 669 төрлө ярҙамдан файҙаланды. 85 экспорт килешеүе төҙөлдө, ә экспорт ташыуҙар географияһы 20-нән ашыу илгә артты, - тип белдерҙе республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева. Проектта ҡатнашҡан эшҡыуарҙарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, улар бизнес офоҡтарын киңәйтергә, продукцияны, инновацияларҙы башҡа илдәргә