“Алекс” һәм “Соловей” позывнойлы Стәрлетамаҡ егеттәре ялға ҡайтҡандарында Советтар Союзы Геройы Алексей Сухоруковтың тыуған яғы Преображеновка ауылында булды. Яугирҙәр хеҙмәт иткән реактив-артиллерия батареяһы тап ошо батыр яҡташтарының исемен йөрөтә. Егеттәр ҙур тулҡынланыу менән герой һәйкәленә сәскә гөлләмәһе һәм триколор һалды. А. Сухоруков исемендәге реактив-артиллерияның личный составы был яҡшы традицияны дауам итергә - ялға ҡайтҡан һайын геройҙың тыуған яғында булырға уйлай. Батарея яугирҙәренең күпселеген тап Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы егеттәре тәшкил итә бит. Фото: https://srgazeta.ru/news/9maya/2024-11-08/boytsy-sterlibata-s-pozyvnymi-aleks-i-solovey-na-maloy-rodine-geroya-4001418?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=22753747