Бөгөн кис менән ил Президенты Владимир Путин телевидение аша мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Алыҫ араға атыусы ракеталар ярҙамында Рәсәй биләмәһенә атыу Украиналағы низағҡа глобаль һыҙат өҫтәне. "Ошо мәлдән алып, бер нисә тапҡыр билдәләүебеҙсә, алдан Көнбайыштың Украинала ҡуҙғатылған низағы глобаль характерҙағы элементтарға эйә булды. Беҙҙең ПВО көстәре ракеталарҙы бәреп төшөрҙө, дошман маҡсатына өлгәшмәне", – тип белдерҙе Владимир Путин. Рәсәй Президенты Америка Ҡушма Штаттары һәм НАТО алыҫ араға осоусы ракеталар ҡулланырға рөхсәт итеүе менән конфликтты артабан ҡуҙғатыуға тигән курсты дауам итеүен айырым билдәләп үтте. Ул, ВСУ бындай ҡоралды етештереүсе илдәрҙең хәрби белгестәренең ҡатнашлығынан тыш файҙалана алмай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Дәүләт башлығы шулай уҡ, Рәсәй Днепропетровскиҙа Южмашҡа ядроһыҙ гипертауыш менән йыһазландырылған баллистик ракета менән һуҡты, тип белдерҙе. Унда ракета техникаһын етештереүсе комплекс юҡҡа сығарылды, тип билдәләне ул. "Украина биләмәһендә Днепропетро