Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡулһыҙ ҡалған малай нисек йәшәй?

Барыһы ла 2021 йылдың йәйендә Туймазы районының Балтай ауылында була. Илназ Дәүләтов дуҫтары менән футбол уйнап йөрөгәндә туп трансформатор будкаһына барып эләгә. Уны алам тигәнендә малай ныҡ итеп токтан һуғыла һәм ике ҡулына ла көслө бешеү ала. Илназ Дәүләтовҡа ауыр операциялар һәм адаптация үткәрергә тура килә. – Илназ был ситуациянан беҙгә ҡарағанда ла тиҙерәк сыҡты. Әгәр ҙә унда рух көслөлөгө булмаһа, беҙгә ныҡ ауыр булыр ине. Улыбыҙ 12 көн буйы реанимацияла ятты. Мин дауаханаға барғанымда уның янына нисек инергә, ниндәй һүҙҙәр әйтеремде белмәнем. Ә ул мине күрҙе лә, “Урааа, әсәй килде! Хәҙер барыһы ла яҡшы буласаҡ!” тип ҡысҡырып ебәрҙе, – тип хәтерләй Зөлфиә Дәүләтова. Фажиғәнән һуң ғаилә Туймазы ҡалаһына күсә. Бында сәләмәтлегендә оҡшаш проблемалары булған балалар Илназға тартыла башлай. Малай яңы таныштары менән социаль селтәрҙәр аша аралаша. Үҫмер үҙе мохтаж кешеләргә һәр ваҡыт ярҙам итергә тырыша: хәйриә акцияларында ҡатнаша, ураҙа тотҡан мосолмандарға аҙыҡ-түлек ташый һәм баш

Барыһы ла 2021 йылдың йәйендә Туймазы районының Балтай ауылында була. Илназ Дәүләтов дуҫтары менән футбол уйнап йөрөгәндә туп трансформатор будкаһына барып эләгә. Уны алам тигәнендә малай ныҡ итеп токтан һуғыла һәм ике ҡулына ла көслө бешеү ала. Илназ Дәүләтовҡа ауыр операциялар һәм адаптация үткәрергә тура килә. – Илназ был ситуациянан беҙгә ҡарағанда ла тиҙерәк сыҡты. Әгәр ҙә унда рух көслөлөгө булмаһа, беҙгә ныҡ ауыр булыр ине. Улыбыҙ 12 көн буйы реанимацияла ятты. Мин дауаханаға барғанымда уның янына нисек инергә, ниндәй һүҙҙәр әйтеремде белмәнем. Ә ул мине күрҙе лә, “Урааа, әсәй килде! Хәҙер барыһы ла яҡшы буласаҡ!” тип ҡысҡырып ебәрҙе, – тип хәтерләй Зөлфиә Дәүләтова. Фажиғәнән һуң ғаилә Туймазы ҡалаһына күсә. Бында сәләмәтлегендә оҡшаш проблемалары булған балалар Илназға тартыла башлай. Малай яңы таныштары менән социаль селтәрҙәр аша аралаша. Үҫмер үҙе мохтаж кешеләргә һәр ваҡыт ярҙам итергә тырыша: хәйриә акцияларында ҡатнаша, ураҙа тотҡан мосолмандарға аҙыҡ-түлек ташый һәм башҡалар... – Күптәр менән дуҫлашып бөттөк. Ғәҙәттә, улар иң тәүҙә әсәйем менән аралаша башлай, ә һуңынан мин дә ҡушылам. Ауыр булғанда, һәр саҡ йыуатырға һүҙҙәр табырға тырышам. Бер ҡасан да бирешмәйенсә тик алға барырға саҡырам. Был – минең тормош девизым. Үҙем арығанда, спорт менән шөғөлләнеү теләге һүнгәндә, ошо һүҙҙәрҙе хәтергә төшөрәм, – ти Илназ. Әлегә Илназ еңел атлетика менән әүҙем шөғөлләнә, күп еңеүҙәр яулаған. Шулай уҡ ул паралимпия уйындарында ҡатнашырға хыяллана. Ябай мәктәптә тик яҡшы билдәләргә уҡый, инглиз теле һәм программалау менән шөғөлләнә. Киләсәктә медицина ярҙамына мохтаж булған һәр бала уны алһын өсөн блокчейн технологияһы нигеҙендә хәйриә фонды булдырырға хыяллана. Фото: Башинформ.