Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һөйөнсө!

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта яҡшы яңылыҡ еткерҙе – райондың Йөйәк ауылында 150 урынлыҡ социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә башланы. – Урындағы клуб бинаһы күптән авария хәлендә тип танылған, шуға ла саралар ауыл мәктәбе бинаһында үткәрелә. Клубты ремонтлау планы күптән булһа ла, яңы бина проекты әҙер ине. Мәҙәниәт министрлығы - министр Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова һәм уның урынбаҫары Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы Хәмитова һәр ваҡыт ҙур ярҙам күрһәтә. Йөйәк ауылында йәшәгән, үҙенең ижад музейы менән билдәле Гөлсирә Ислам ҡыҙы Салауатова был төҙөлөштө тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтергә ярҙам итте. Инвестиция һабантуйҙарының береһендә ул Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа ошондай үтенес менән мөрәжәғәт итте, – тип белдерҙе Андрей Иванович. Клубтың яңы бинаһында Гөлсирә Ислам ҡыҙы биҙәү-ҡулланма ижад менән шөғөлләнәсәк һәм йәштәрҙе ҡул эштәренә өйрәтәсәк. Инйәр ауылынан Балалар сәнғәт мәктәбенән уҡытыусылар килеп, Йөйәк халҡын ҡурайҙа уйнарға, бейеү серҙәренә өйрәтәсәк. Бында ауылдың ба

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта яҡшы яңылыҡ еткерҙе – райондың Йөйәк ауылында 150 урынлыҡ социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә башланы. – Урындағы клуб бинаһы күптән авария хәлендә тип танылған, шуға ла саралар ауыл мәктәбе бинаһында үткәрелә. Клубты ремонтлау планы күптән булһа ла, яңы бина проекты әҙер ине. Мәҙәниәт министрлығы - министр Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова һәм уның урынбаҫары Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы Хәмитова һәр ваҡыт ҙур ярҙам күрһәтә. Йөйәк ауылында йәшәгән, үҙенең ижад музейы менән билдәле Гөлсирә Ислам ҡыҙы Салауатова был төҙөлөштө тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтергә ярҙам итте. Инвестиция һабантуйҙарының береһендә ул Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа ошондай үтенес менән мөрәжәғәт итте, – тип белдерҙе Андрей Иванович. Клубтың яңы бинаһында Гөлсирә Ислам ҡыҙы биҙәү-ҡулланма ижад менән шөғөлләнәсәк һәм йәштәрҙе ҡул эштәренә өйрәтәсәк. Инйәр ауылынан Балалар сәнғәт мәктәбенән уҡытыусылар килеп, Йөйәк халҡын ҡурайҙа уйнарға, бейеү серҙәренә өйрәтәсәк. Бында ауылдың барлыҡ мөһим саралар үтәсәк, сөнки клуб ауылдың “йәне” тип һанала. Объект “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә төҙөлә һәм республика бюджетынан финанслана. Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы 2024 йылдың авгусында социаль-мәҙәни үҙәкте төҙөүсе менән килешеү төҙөнө. Подрядсы Өфөнән, "15 БНЗС төҙөлөш фирмаһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ер эштәре башҡарған һәм хәҙер нигеҙ һала. Төп бинанан тыш, комплексҡа модуль ҡаҙанлығы, дизель электр станцияһы, инженер селтәрҙәрен төҙөү, биләмәне төҙөкләндереү подрядсының бурысына инә. Төҙөлөш тамамланыу ваҡыты – 2025 йылдың июле һәм был көндө ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көтәсәк. Фото сығанағы: https://t.me/ivaniutaandrei/13661