Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йылайыр районында яңы кемпинг барлыҡҡа килде

Йылайыр районында, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) ярҙамында, эшҡыуар Александр Чикунов кемпинг өсөн модулле йорттар төҙөнө. Был хаҡта төбәктең туризм һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы хәбәр итте. Үҙ башланғысын тормошҡа ашырыуға ул 2,3 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алды. “Поляна” яңы кемпингы Өфө – Йылайыр районы – Ырымбур өлкәһе һәм Магнитогорск – Ира юлдары буйлап сәйәхәт иткән автотуристар өсөн ял итеү урыны буласаҡ. "Поляна" кемпингы үҙ эсенә дөйөм һыйҙырышлылығы 12 кеше булған алты йортто ала. Бында шулай уҡ мунса, чан, мангаль биләмәһе бар. Ҡышҡыһын ҡуртымға ҡаргиҙәр алырға мөмкин. Кемпинг биләмәһендә юл буйындағы кафе һәм ҡунаҡ йорто төҙөлөшө әле тамамланып килә. Улар 2024 йылдың аҙағында эшләй башларға тейеш. Был милли проект та Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса тормошҡа ашырыла башланы. Фото: https://t.me/glavbash/15956 #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан