“Эх, Зөлфиә!” йырына клип яҡынса утыҙ йыл элек – 1996 йылдың июнендә төшөрөлә. Ауылға эшкә ҡайтҡан шәфҡәт туташы роленә БДУ-ның икенсе курс студенты Айгөл Ишемғужина һайлап алына. – Сессия мәле ине. Имтиханға әҙерләнеп арығас, тышта йөрөп килергә булдым. “Нефтяник” мәҙәниәт һарайы тапҡырына етһәм, унда балалар өсөн “Аҡбуҙат” тигән башҡорт фильмының премьераһы үтә икән. Шәп кино булды ул. Шунда эргәмдә ултырған ағай: “Мин “Сәләм” программаһы режиссеры Азамат Шәмсетдинов булам. Бер клипҡа героиня кәрәк. Һеҙ тура киләһегеҙ”, – тине, – тип хәтерләй Айгөл Рамаҙан ҡыҙы. Шаян йырҙың клибы Шишмә районының Аҡманай күле эргәһендә һәм Өфөлә төшөрөлгән. – Көтөүсе егет Зөлфиәгә өйләнергә хыяллана. Ул көтөү көткәндә Зөлфиә, йәнәһе, ҡырҙа аш-һыу әҙерләй, һөт ҡойоп эсерә. Ошо күренеште әллә нисә тапҡыр төшөрҙөләр. Һөттө ауылдан алып килделәр, мин ҡойоп бирәм, Дим эсә, әммә режиссерға оҡшамай. Шулай итеп, көршәк бушаны. Азамат ағай ҡаҙҙар йөҙөп йөрөгән күлдән һыу килтерҙе. Дим Мәннән: “Шуны эсмәйем инд