Ошо турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк хәбәр итте. Ведомство башлығы Владимир Колокольцев Рәсәй Эске эштәр министрлығының XIV Бөтә Рәсәй “Халыҡ участковыйы” конкурсы лауреаттарын ҡотланы. Конкурста өсөнсө урынды Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әбйәлил районы буйынса полиция участковыйы, полицияның өлкән лейтенанты Мансур Моратшин яуланы. Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләп, ведомство башлығы хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү системаһында был хеҙмәттең әһәмиәтен билдәләне: “Граждандарҙы криминаль күренештәрҙән яҡлап, участковыйҙар йыл һайын 260 меңдән ашыу енәйәтте асыҡлай. Әммә уларҙың эшмәкәрлегендә төп өҫтөнлөк булып профилактика тора. Хеҙмәткәрҙәр йыл һайын ике миллиондан ашыу административ хоҡуҡ боҙоуҙы туҡтата. Былтыр ғына шәхси состав менән 17 миллион самаһы ғариза, йәғни эске эштәр органдарына килгәндәрҙең яртыһының күбеһе, ҡаралған”. Үткән йылдарҙағы кеүек үк, тауыш биреүҙең финалы (https://www.kp.ru/media/984802/), “Комсомольская правда” нәшриә