Өфөнөң 31-се мәктәбендә уҡыған Анна-Элиза Вагюшкина һәм уның ата-әсәһе 2021 йылдың йәйен мәңге хәтерендә ҡалдырасаҡ. 25 июндә 11 йәшлек ҡыҙ һыу тултырылған ваннала батып барған бер йәшлек һеңлеһен ҡотҡарып алып ҡалған. Батыр ҡыҙ, һеңлеһе аңына килгәнсе, 18 минут буйы уның йөрәгенә массаж эшләгән. Медицина хеҙмәткәрҙәре килгәс, кескәй Есенияны Благовещендың реанимацияһна алып киткәндәр. Әгәр ҙә янында батыр апаһы булмаһа, фажиғәнән ҡасып булмаҫ ине, ти табиптар... Ошо батырлығы өсөн былтыр ҡыҙ “Ҡотҡарыу хаҡына берҙәмлек өсөн” наградаһына лайыҡ була. Ә быйыл иһә Анна-Элиза Вагюшкинаны Федерация Советының “Күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләгәндәр. КП-Өфө порталы ҡыйыу ҡыҙҙың әсәһе менән әңгәмәләшкән. Людмила Ванюшкина һөйләүенсә, улар йәйгеһен ғаиләһе менән эҫе ҡаланан ҡасып, Благовещен районының Бедеева Поляна ауылына күсә. 2021 йылдың йәйендә улар менән бергә бер йәшлек Есения ла була. Ул ваҡытта сабый үҙенең тәүге аҙымдарын яһай. Ҡурҡыныс көндә балаларҙың ата-әсәһе эшкә кит
11 йәшлек ҡыҙ “теге донъя”ға киткән һеңлеһен кире терелткән...
20 ноября 202420 ноя 2024
2 мин