Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылдан тармаҡтың техник паркы 60 процентҡа яңырған. Йәмғеһе был йүнәлешкә 64 миллиард һум аҡса сарыф ителгән. Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, техника яңыртыу тәү сиратта ауыл хужалығы техникаһына төшкән көсөргәнеште, баҫыу эштәренең ваҡытын кәметергә мөмкинлек бирә. Алға ҡуйған маҡсаттарыбыҙға өлгәшәбеҙ: бер айҙа бер миллиард һумлыҡ техника һатып алына. Был беҙгә ауыл хужалығы тармағында техник парктың кәмеүенә юл ҡуймаҫҡа, эш һөҙөмтәһен ике-өс тапҡыр арттырырға форсат тыуҙыра. Һуңғы йылдарҙа трактор менән комбайндарҙың хаҡы өс-дүрт тапҡырға артты, ә етештерелгән тауарҙың хаҡы шул килеш ҡалды тиергә була. Был әлбиттә, хужалыҡтарға ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Республика Росагролизинг менән һәйбәт хеҙмәттәшлек итә, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. Шул арҡала Башҡортостан аграрийҙары компанияның ташламалы программаларында әүҙем ҡатнаша. Ауыл хуж