Һуңғы осор ауылдарҙа төрлө тармаҡта йәш белгестәрҙең күренә башлауы һөйөнөслө. Көйөргәҙегә эш сәфәребеҙ мәлендә Бахмут ауылы мәктәбендә физика-математика фәндәренән уҡытыусы йәш белгес Илиза Фәйзуллина менән таныштыҡ. Ул Бахмут мәктәбен тамамлағас, Өфө дәүләт авиация-техник университетында “Осоу аппараттары етештереү технологияһы” факультетында һөнәр ала. Тыуған мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә урынлашҡанға тиклем ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы ла булып эшләй, юғары уҡыу йортонда ла хеҙмәт итә. Ләкин үҙенең күңеленә ятҡан шөғөлөн ул тап мәктәптә таба. Өлгөр ҡыҙ Мәскәү һөнәри компетенциялар академияһында физика һәм математика уҡытыусыһы һөнәренә ҡабаттан уҡыу үтә. Быйыл икенсе йыл ғына мәктәптә эшләһә лә уға башҡа яуаплы вазифалар ҙа йөкмәтелгән. Ул директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе. Мәктәптә “Тәүгеләр хәрәкәтен” дә бик йәнле итеп алып бара. Бындағы балалар ирекмәнлек эштәрендә лә әүҙем ҡатнашалар. Ҡышын ололарға ҡар таҙартып та ҡарт кешеләр тураһында хәстәрлек күрәләр. –Б