Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

1,3 мең тонна рапс майы - экспортҡа

Шишмә районының Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан Май экстракцияһы заводы Ҡытайға 1,3 мең тонна рапс майын экспортҡа сығарған. Продукцияны сит илгә оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ярҙамында арттырыла, тип хәбәр иттеләр төбәктең Ауыл хужалығы министрлығында. Рапс – юғары маржиналь майлы культура. Унан аҙыҡ-түлек, фармакология, косметика сәнәғәте өсөн май етештерәләр, шуға күрә культура сит илдәрҙә лә талап ителә. Экспортҡа йүнәлтелгән тауар кәрәкле лаборатор тикшереүҙәр үтә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, тауар импортты ҡабул иткән илдең талаптарына тап килә, уны Ҡытайға оҙатҡандар ҙа инде. Быйылғы сәсеү миҙгелендә төбәктә аграрийҙар 58 мең гектар майҙанда рапс сәскән һәм 89 мең тонна май орлоғо алған. Биш мең тоннанан ашыуын Шишмә май экстракцияһы заводында эшкәрткәндәр, ике мең тоннанан ашыу үҫемлек майы алғандар. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсә

Шишмә районының Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан Май экстракцияһы заводы Ҡытайға 1,3 мең тонна рапс майын экспортҡа сығарған. Продукцияны сит илгә оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ярҙамында арттырыла, тип хәбәр иттеләр төбәктең Ауыл хужалығы министрлығында. Рапс – юғары маржиналь майлы культура. Унан аҙыҡ-түлек, фармакология, косметика сәнәғәте өсөн май етештерәләр, шуға күрә культура сит илдәрҙә лә талап ителә. Экспортҡа йүнәлтелгән тауар кәрәкле лаборатор тикшереүҙәр үтә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, тауар импортты ҡабул иткән илдең талаптарына тап килә, уны Ҡытайға оҙатҡандар ҙа инде. Быйылғы сәсеү миҙгелендә төбәктә аграрийҙар 58 мең гектар майҙанда рапс сәскән һәм 89 мең тонна май орлоғо алған. Биш мең тоннанан ашыуын Шишмә май экстракцияһы заводында эшкәрткәндәр, ике мең тоннанан ашыу үҫемлек майы алғандар. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: fsvps.gov.ru.