Башҡортостандың медицина учреждениелары Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсында лайыҡлы еңеп сыҡты. Биш медицина ойошмаһы “Халыҡ өсөн хеҙмәт” номинацияһында еңеү яуланы. Уларҙың араһында Республика кардиология үҙәге, Республика психиатрия һәм Йоғошло ауырыуҙар дауаханалары, шулай уҡ Өфө ҡалаһының 46-сы поликлиникаһы һәм 17-се ҡала балалар дауаханаһы бар. Республика кардиология үҙәген өс проекты өсөн билдәләнеләр. Береһе – йөрәктең биологик клапаны менән ҡан тамырҙары протезын ҡулланып яһалған Бенталла Де Боно операцияһы. Табиптар йылына 20-нән ашыу ошондай операцияны яһай. 17-се дауахана үҙәк нервы системаһы зарарланған 12 айға тиклемге пациенттарҙы реабилитациялаған өсөн наградаға лайыҡ булған. 46-сы поликлиника - шәкәр диабетына дусар пациенттар өсөн онлайн-мәктәп булдырғаны, Республика психиатрия дауаханаһы - аутизмға дусар балалар өсөн Менталь сәләмәтлек үҙәге, ә Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы хроник вируслы гепатиттарҙы диагностикалау һәм дауалау буйынса проекты өсө
“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсында кем еңде?
20 ноября 202420 ноя 2024
1 мин