Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле республика буйлап гастролдәргә сыҡты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коллектив Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Башҡорт дәүләт филармонияһында ойошторолдо. — Коллектив тамашасыларыбыҙ, айырыуса үҫеп килгән быуын һәм йәштәр өсөн илһөйәрлек аңын формалаштырыуға һәм тыуған илгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән концерт программаһы әҙерләне. Маҡсатыбыҙ — республикала йәшәүселәр араһында музыка мәҙәниәтенә һәм милли традицияларға һөйөү, ихтирам тәрбиәләү, — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына филармонияның матбуғат хеҙмәтенән. Программала сағыу концерт номерҙары бар. «Урал», «Ҡаһым түрә», «Ашҡаҙар», «Ҡолой кантон», «Абдрахман», «Байыҡ», «Зарифа», «Ирмәк» башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре. Шул рәүешле коллектив халҡыбыҙҙың бай музыкаль мираҫы менән таныштыра. Программала шулай уҡ заманса эшкәртеүҙәге билдәле халыҡ көйҙәре яңғырай, был үҫеп килгән быуынға бик оҡшай. Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тәүге концерты Асҡын ау
Дәүләт ҡурайсылар ансамбле республикабыҙ буйлап гастролгә сыҡты
20 ноября 202420 ноя 2024
3
1 мин